08:26 (UTC+5), 22 Октябрь 2014

«Вести-Башҡортостан» телепрограммаһы – «ТЭФИ-төбәк»-2014 финалсыһы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Вести-Башҡортостан»дың мәғлүмәти программаһы «ТЭФИ-төбәк»-2014 финалсыһы булды. Төбәк этабының финалы Пятигорск ҡалаһында уҙҙы.
«Вести-Башҡортостан» – көндәлек мәғлүмәти программа, уның маҡсаты – телевизор ҡараусыларҙы республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тормошоноң төп ваҡиғалары менән таныштырыу. Проекттың баш мөхәррире һәм сығарылыш алып барыусыһы – Рөстәм Зәрәфетдинов.
- Конкурста 18 минутлыҡ мәғлүмәт сығарылышы ҡатнашты. Уны мәғлүмәт таҫмаһынан ғына алдылар, конкурс өсөн махсус рәүештә йыйманылар. Унда төрлө сюжеттар булды, шул иҫәптән Өфөлә ҡала үҙәгендә нисек трамвай рельстарын һүтеүҙәре, криминаль яңылыҡтар. Был каналыбыҙҙың төп мәғлүмәт продукты, сифатлы мәғлүмәттәр эшләүебеҙ тураһында аныҡ ҡына аңлайбыҙ. Коллективты ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Рөстәм финалға Сочиға осасаҡ, һәм унда бронза «Орфей»ын алырға теләйбеҙ, — тип хәбәр итте «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы баш продюсеры Алина Сөләймәнова.
Конкурстың маҡсаты – Рәсәй төбәк телевидениеһының иң мөһим эштәрен һәм профессионалдарын дәртләндереү. Конкурста ҡатнашыусылар – төбәк телетапшырыуҙар сығарыусылар һәм етештереүселәр – РФ субъекттарында эшләүсе теле һәм кинокомпаниялар, студиялар, продюсерлыҡ үҙәктәре, берләшмәләре.
2014 йылда «ТЭФИ-төбәк» премияһына 490 эш дәғүә итте. Конкурс 19 номинация буйынса уҙғарылды, улар ике тематик йүнәлешкә бүленде: «Мәғлүмәти телетапшырыу» һәм «Мәғрифәтселек һәм күңел асыу телетапшырыуы». «Мәғлүмәти телетапшырыу» тигән тематик йүнәлештә — 183, «Мәғрифәтселек һәм күңел асыу телетапшырыуы»нда 307 эш булды.
Һәр тематик йүнәлеш өсөн айырым жюри составы тауыш биреү юлы менән финалсыны билдәләй. Конкурс финалсылары һәр этап һуңында тантаналарҙа иғлан ителә.
Конкурстың йомғаҡлау этабы 2014 йылдың 25-28 ноябрендә Сочиҙа үтәсәк. Бөтә Рәсәй телевидение конкурсы еңеүселәре «ТЭФИ» призына – скульптор Эрнст Неизвестныйҙың «Орфей» бронза статуэткаһына һәм «Алтын» дипломға лайыҡ була. Финалсылар «Көмөш» дипломдар менән бүләкләнә.
«ТЭФИ-төбәк» конкурсы ойоштороусыһы – Мабуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлығы булышлығында «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды.
Уҙған йылдарҙағы конкурстарҙа төбәк журналистары алдында Александр Акопов, Александр Архангельский, Александр Беляев, Александр Гуревич, Виктор Гусев, Нина Зверева, Василий Кикнадзе, Кирилл Клейменов, Петр Кулешов, Станислав Кучер, Этери Левиева, Александр Любимов, Марианна Максимовская, Виталий Манский, Петр Марченко, Сергей Майоров, Елена Масюк, Леонид Млечин, Кирилл Набутов, Андрей Норкин, Леонид Парфенов, Владимир Познер, Игорь Прокопенко, Эдуард Сагалаев, Николай Сванидзе, Маргарита Симоньян, Наталья Синдеева, Светлана Сорокина, Александр Хабаров, Яна Чурикова, Сергей Шанович, Михаил Швыдкой, Софико Шеварднадзе һәм башҡа бик күп телевидение профессионалдары сығыш яһаны.
Конкурстың географияһы киң, финал саралары Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында уҙҙы: Воронеж, Екатеринбург, Иркутск, Ҡазан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Ырымбур, Пермь, Дондағы Ростов, Һамар, Санкт-Петербург, Салехард, Светлогорск, Сочи, Ставрополь, Сургут, Таганрог, Ульяновск, Өфө, Ханты-Мансийск, Силәбе, Чебоксар, Югорск, Ярославль.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика