Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.22
+0.34
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2014, 14:38

Башҡорт дәүләт университеты өлкән синыф уҡыусыларын Фән көндәренә саҡыра

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 21-30 октябрҙә Башҡорт дәүләт университеты 9-11 синыф уҡыусылары өсөн Фән көндәрен уҙғара. Өлкән синыф уҡыусылары университеттың алдынғы уҡытыусыларының иң көнүҙәк проблемалар тураһындағы улар өсөн махсус әҙерләнгән лекцияларын тыңлай аласаҡ. Юғары уҡыу йортонда билдәләүҙәренсә, был республика, Рәсәй һәм донъя ғалимдарының бөгөн нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында белергә, уҡыусы университет студенты, магистранты, аспиранты булғас үҙен фәндең ниндәй тармағында таба аласағын аңларға мөмкинлек бирәсәк.
21 октябрҙә уҡыусыларҙы химия факультетында (бында нанохимия һәм наноматериалдар тураһында лекция уҙасаҡ), башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында («Текстарҙың төрҙәре һәм уларҙың функциялары»), психология факультетында («Психология нимәне һәм нисек өйрәнә») һәм Хоҡуҡ институтында («Хоҡуҡ – йәмғиәт тормошонда») көтәләр.
22 октябрҙә тыңлаусылар һәүерташ газының нимә икәнен (лекция химия факультетында уҙасаҡ) беләсәк, ә 23 октябрҙә Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтында «Кешелек йәмғиәтенең ғилми-техник революцияһы һәм аяҡҡа баҫыу этаптары» лекцияһында ҡатнаша аласаҡ.
24 октябрҙә уҡыусылар өсөн өс лекция әҙерләнгән: «Нәфис әҫәрҙәр – яҙыусының донъяға ҡараш эволюцияһы көҙгөһө (Ниғмәтиҙең ижады миҫалында)» (башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты), «Генетика буйынса, шул иҫәптән Берҙәм дәүләт имтиханында бирелгән заданиеларҙы сисеү алымы» (биология факультеты) һәм «Кодлау теорияһы» (математика һәм мәғлүмәти технологиялар факультеты).
28 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында бер юлы биш лекция уҙасаҡ: «Замандың экологик ҡаршы килеүе» (биология факультеты), «Башҡорт теле дәрестәрендәге текст: анализға яңы ҡараш» (башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты), «Элекке СССР-ҙың төрлө республикалары дәреслектәрендә уртаҡ тарихты заманса уҡыу» (тарих факультеты), «Заманса йәмғиәттә тел мәҙәниәтенең хәле» һәм «Бөгөнгө әҙәбиәтте өйрәнеү» (филология факультеты).
Ике лекция 29 октябрҙә уҙасаҡ. Химия факультетында көнкүрештә һәм сәнәғәттә өҫтәге әүҙем матдәләр тураһында, психология факультетында аралашыу психологияһы тураһында һөйләйәсәктәр.
Фән көндәре 30 октябрҙә тамамланасаҡ. Был көндө өлкән синыф уҡыусыларын Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтында («Заманса йәмғиәттә кеше хоҡуғы» темаһына лекция) һәм математика һәм мәғлүмәти технологиялар факультетында («Мәғлүмәти технологиялар тарихы һәм үҫеш перспективаһы») көтәләр, тип аңлаттылар Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгендә.
Тулыраҡ расписание Башҡорт дәүләт университеты сайтында баҫылған.
Читайте нас: