12:44 (UTC+5), 20 Октября 2014

Башҡортостанда 26 октябрҙән алып даими «йәйге» ваҡыт бөтөрөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөтә Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла 26 октябрҙән алып даими «йәйге» ваҡыт бөтөрөлә. Яңы ваҡыт иҫәпләү тәртибе урындағы ваҡыт буйынса 2 сәғәттә, Удмурт Республикаһы, Һамар һәм Кемерово өлкәләре, Камчатка крайы һәм Чукотка автономиялы округынан тыш, илдең бөтә территорияһында сәғәт уҡтары бер сәғәткә артҡа күсерелгәс эшләй башлай. Байкал аръяғы крайында һәм Магадан өлкәһендә сәғәт уҡтары ике сәғәткә артҡа күсерелә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, яңыртылған ваҡыт иҫәпләү тәртибе Мәскәү ваҡытының сәғәт зоналарында урындағы ваҡытты иҫәпләүҙә башланғыс ваҡыт булып хеҙмәт итеүен һәм милли ваҡыт шкалаһында өсөнсө сәғәт бүлкәтенә тап килеүен күҙ уңында тота. Күпселек Рәсәй субъекттарында сәғәт бер сәғәткә артҡа күсерелә.
Шулай уҡ илдәге элекке туғыҙ сәғәт зонаһы урынына 11-ҙе ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан Пермь крайы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары менән бер рәттән дүртенсе сәғәт зонаһына (Мәскәү+2, UTC+5) ҡарай.
2014 йылдың 21 июлендәге 248-се «Ваҡытты иҫәпләү тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Федераль законға ярашлы, был сәғәт күсереү илебеҙҙә һуңғы тапҡыр буласаҡ – бынан ары ваҡыт иҫәпләү үҙгәрергә тейеш түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика