13:51 (UTC+5), 17 Октября 2014

Санкт-Петербург университеты аспиранты һәм магистранты Башҡортостан Президенты стипендияһын аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Санкт-Петербург дәүләт университеты аспиранты Диана Ямаловаға һәм ошо уҡ уҡыу йорто магистранты Марат Сәйфуллинға Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиялары тәғәйенләнгән. Санкт-Петербург дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Диана Ямалова университетта дискрет математика һәм математика кибернетикаһын, ә Марат Сәйфуллин ғәмәли информатиканы өйрәнә.
Башҡортостан Президенты стипендиялары республиканың ғилми ойошмалары һәм юғары белем биреү уҡытыу ойошмалары докторанттарына һәм аспиранттарына, БР юғары белем биреү уҡытыу ойошмалары һәм профессиональ белем биреү ойошмалары студенттарына, шулай уҡ республиканан ситтә уҡыған төбәк студенттарына тәғәйенләнә.
Илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә белем алыусы, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә уңышҡа эйә булған студенттар һәм аспиранттар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының исемле стипендиялары 2012 йылда булдырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылда Санкт-Петербург дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаһы араһында стратегик уҙаҡташлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика