07:04 (UTC+5), 17 Октября 2014

Күмертауҙа «Моноҡала шарттарында бизнес үҫеше» төбәк бизнес-миссия уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Күмертауҙа «Моноҡала шарттарында бизнес үҫеше» төбәк бизнес-миссия уҙҙы. Форумдың 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыһы эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бизнес алып барыуҙа иң яҡшы практиканы күрһәтте, шулай уҡ республика территорияһында төбәк концепцияларын һәм брендтарын алға этәреүгә йүнәлеш алды.
- Күмертау – иҡтисад структураһы монопрофилле булған ҡала, — тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев. — Бындай шарттарҙа тик үҙеңә, үҙ ресурстарыңа һәм потенциалыңа ғына ышанырға ҡала. Моноҡалаларҙы бик күп бәләкәй предприятиелар булған етештереү үҙәктәренә үҙгәртеп ҡороу талап ителә. Нәҡ эшҡыуарлыҡ территория үҫешенең эске импульсын билдәләй һәм ҡаланың иҡтисадын диверсификациялауҙа башланғыс нөктә булып тора ала.
Бизнес-миссияла ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡалалағы төп предприятиеларҙың эше менән танышты. Һуңынан форум ҡунаҡтары түңәрәк өҫтәл үткәрҙе, унда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм сауҙа, дөйөм туҡланыу өлкәһендә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика