11:49 (UTC+5), 17 Октября 2014

Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәрен автомобиль шиндарын ҡышҡыға алмаштырырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң боҙолоуы менән бәйле Өфө хакимиәте автоһәүәҫкәрҙәрҙе автомобиль шиндарын ҡышҡыға алмаштырырға саҡыра. Бының хаҡта бөгөнгө брифингта ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов хәбәр итте.
Гидрометеорология үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, 18-21 октябрҙә республикала һауа торошоноң ныҡ ҡына үҙгәреүе, төнгө ваҡытта һауа температураһының минус 12 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, ваҡытлыса ҡар ҡапламы менән ҡапланыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
- Өфөгә ҡыш килә. Өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына мөрәжәғәт итәм. Иң тәүҙә юлға сығыуҙан туҡталып тороуҙарын һорайым, юл хәле ҡатмарланасаҡ. Йәйге осорҙан ҡышҡыға күсеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр саҡ ауыр үтә. Һәр йыл бер уҡ хәлде күҙәтәбеҙ: әгәр беҙҙең күренекле Сипайлово тауына менгәндә транспорт сараһы йәйге резинала булһа, ул юлда торасаҡ – уны алғанға тиклем Сипайловоға бер кем дә инә лә, унан сыға ла алмаясаҡ. Юл транспорт ваҡиғаһына тарымаҫ өсөн транспорт сараларын ҡышҡы шиндар менән тәьмин итергә һәм бер аҙ йөрөтөү стилен ҡайтанан ҡарарға, хәлде баһаларға кәрәк, — тип өндәне Салауат Хөсәйенов.
Ҡала коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер, тип белдерҙе ҡала башлығы урынбаҫары. Әммә улар автоһәүәҫкәрҙәр менән үҙ-ара килешеп эш иткәндә генә һөҙөмтәле эшләй аласаҡ.
Шулай уҡ граждандарҙы йылытыу ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә һәм йорттарҙа электр селтәрҙәренә артыҡ көс төшөрмәҫкә саҡыралар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика