06:50 (UTC+5), 16 Октября 2014

Өфө «Төрлө балалар мөһим» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы ҡалалар рейтингында икенсе урынды биләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың баш ҡалаһы «Төрлө балалар мөһим» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусы ҡалалар рейтингында, беренселекте Ступино ҡалаһына биреп, икенсе урынды биләй. Бөгөнгө көнгә Өфө 146 меңдән ашыу тауыш йыйған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды конкурсты бишенсе йыл рәттән уҙғара. Уның төп идеяһы – бер бала ла, уның менән нимә булһа ла тулы һәм бәхетле тормоштан «һыҙып ташланырға» тейеш түгел. Ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған һәм балалар йорттарында йәшәүселәр ҙә, һаулығы арҡаһында физик мөмкинлектәре сикләүле булыу сәбәпле ҡыҙыҡлы сараларға йөрөй һәм йәштәштәре менән аралаша алмаған, закон менән конфликтҡа ингәндәр ҙә. Ҡатнашыусы ҡалаларҙың төп бурысы – һәр бәләкәй кеше тураһында хәстәрлек күреү. Конкурс ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың социаль сикләнеүен еңергә, балаларға социаль мөхит, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуға, балалар именһеҙлеген иҫкәртеүгә һәм ата-әсәләрҙең уларҙы тәрбиәләүгә яуаплылығын арттырыуға йүнәлтелгән.
Конкурста Рәсәй Федерацияһының 53 субъектынан йәмғеһе 160-тан ашыу ҡала ҡатнаша. Башҡортостан ҡатнашыусы ҡалалар иҫәбе буйынса лидерлыҡ итә. Исемлеккә республиканың туғыҙ ҡалаһы инә: Өфө, Туймазы, Күмертау, Ағиҙел, Салауат, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Благовещен һәм Мәләүез. Башҡортостан халҡы «Мин — ата-әсәй» порталында, конкурстың мәғлүмәти майҙынсығында, интернет-тауыш биреүҙә үҙ ҡалаһына ярҙам итә ала. Бының өсөн һәр теләүсе Башҡортостан Республикаһының шәхси битенә инеп тыуған ҡалаһы өсөн тауыш бирергә тейеш.
Тауыш биреү 1 ноябргә тиклем дауам итәсәк. 2014 йылдың декабрендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәр билдәләнәсәк. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән наградланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика