05:55 (UTC+5), 15 Октября 2014

Башҡортостанда киләһе аҙнанан уҡ ҡыш башланыуы ихтимал

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостан синоптиктары киләһе аҙнаның башында һауа торошоноң ҡапыл һәм ныҡ һыуытыуын көтәләр.
- Йәкшәмбе һауа торошоноң ныҡ үҙгәреүе көтөлә, — тип хәбәр иттте Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева. — Һауа температураһы түбәнәйәсәк, ә киләһе аҙнаның башы ҡыштың башы булыуы мөмкин.
Әммә был һуңғы прогноз түгел, синоптиктар процесты күҙәтә, һауа торошоноң күренештәрен төрлө баһалау схемалары төрлө һөҙөмтәләр бирә.
Был аҙнала һауа торошоноң характеры нормаға яҡын буласаҡ.
- Дөйөм алғанда һауа торошо ошо йыл миҙгеле өсөн ғәҙәти, көҙгө осорҙа һәр ваҡыт ҡапма-ҡаршы һауа массаһы йөрөй, йонсоу көндәр октябрҙә ҡапыл ғына арта, — тине Анна Козаева. — Был аҙнала өҫтөнлөк иткән температура – көндөҙ 3-8 градус йылы һәм төндә минус 1-2-нән алып плюс 6-8 градусҡа тиклем. Айырым райондарҙа термометр бағанаһы көндөҙ плюс 13 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Ғәҙәттә көньяҡта йылыраҡ, төньяҡта һыуығыраҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика