07:16 (UTC+5), 14 Октября 2014

«Йәш ғаилә-2014» конкурсы Өфөлә финиш һыҙығына сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 октябрҙә «Химик» мәҙәниәт һарайында «Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының ҡала этабының финалы уҙасаҡ. Төп бүләк – автомобиль өсөн – ете ғаилә көс һынашасаҡ. Улар иҫәбендә Дим районынан Карповтар, Калинин районынан Мостафиндар, Киров районынан Юриндар, Ленин районынан Воротниковтар, Октябрь районынан Шабановтар, Орджоникидзе районынан Вәлиевтар һәм Совет районынан Шакировтар ғаиләләре.
Ғаилә парҙары балалары менән бергә «Ғаилә булыу сәнғәт» исемле визитка, «Яңы быуын таланттары!» баланың ижади номеры, «Берәү — бөтәһе өсөн, бөтәһе — берәү өсөн!» өйгә эш кеүек конкурстарҙа сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Еңеүсе ғаилә быйыл Ишембайҙа уҙасаҡ республика конкурсында ҡатнашасаҡ.
Был бәйге ғаиләнең статусын күтәреүгә, йәш ғаиләләрҙе аяҡҡа баҫтырыу һәм уларҙы нығытыу өсөн шарттар булдырыуға, уның ялын ойоштороуға йүнәлтелгән.
Өфөлә финал киске сәғәт етелә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика