04:57 (UTC+5), 14 Октября 2014

Күгәрсен районында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йылдағыса, Республика көнөндә Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл, алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәр итеүенсә, был дәрәжәле профессиональ премияға өс кеше лайыҡ булды. Улар иһә – республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәргән материалдар серияһы өсөн «Молодежная газета» редакцияһының бүлек мөдире Людмила Кашапова, «Тарат әле моңһоу уйҙарымды... » китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов һәм «Яҙмышым да, шатлығым да һин — ауыл» китабына ингән публицистик мәҡәләләре өсөн «Кызыл таң» гәзите редакцияһының бүлек мөдире Олег Төхвәтуллин.
Ғәҙәттәгесә журналистар премияһы, алдағы йылдарҙағыса, Күгәрсен районында, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылында тапшырылды. Тантанала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.
Белешмә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 1989 йылдың 8 апрелендә БР Журналистар союзы тарафынан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Премия йылдағы иң яҡшы журналистик әҫәрҙәре өсөн айырым хәбәрселәргә йәки авторҙар коллективына бирелә. Конкурс еңеүселәренә «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Журналистар союзы премияһы лауреаты» исеме, диплом һәм түшкә таға торған билдә тапшырыла. Беренсе лауреаттары «Советская Башкирия» гәзите хеҙмәткәрҙәре Анатолий Козлов, Виктор Шмаков, Алик Шакиров (авторҙар коллективы) һәм Башҡортостан телевидениеһы күҙәтеүсеһе Марсель Ҡотлоғәлләмов булды.
1996 йылдан алып БР Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусына эйә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика