06:43 (UTC+5), 14 Октября 2014

Башҡорт дәүләт медицина университетында ШОС илдәре проекттарының инновацион-эксперт майҙансығы ойоштороласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт медицина университетында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре проекттарының инновацион-эксперт майҙансығы ойоштороласаҡ, тип белдерҙе «Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһында Инновацион һәм венчур финанслауы буйынса комитет Рәйесе, инвестор, директорҙар советы ағзаһы һәм бер төркөм компаниялар, ойошмалар етәксеһе Дмитрий Горбунов.
- Әлеге ваҡытта «Медицина өлкәһендә алдынғы технологиялар» йүнәлеше тураһында һүҙ алып барабыҙ, әммә эштең спецификаһын киңәйтергә ниәтләнәбеҙ. Артабан, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең бөтә инновацион проекттары ла экспертиза аша үтәсәк, — тип аңлатты Дмитрий Горбунов. – Ҙур эш тора. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең инновацион проекттар һәм эксперттар базаһын булдырыу күҙҙаллана. Шулай уҡ һүҙ уҡытыу программаларын үткәреү тураһында бара.
Дмитрий Горбуновтың әйтеүе буйынса, өс айҙан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетында тәүге экспертиза уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика