10:26 (UTC+5), 10 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 10 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары, ордендар менән 45 алдынғы сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәренең профессиональ эшмәкәрлек һөҙөмтәләре баһаланды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Наградаларҙы тапшырып, Рөстәм Хәмитов барыһын да яҡынлашып килгән байрам – Республика көнө менән ҡотланы, бөтәһенә лә «эштәрендә уңыштар, күтәренке кәйеф, ныҡлы һаулыҡ» теләне.
- Бөгөн алған наградаларығыҙ лайыҡлы. Һеҙ яҡшы эшләйһегеҙ, хеҙмәт итәһегеҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөн күрһәтәһегеҙ. Хәҙер ул бигерәк тә мөһим. Илебеҙ иҡтисади, күпмелер сәйәси планда ҡатмарлы осорҙо кисерә. Беҙҙең тышҡы ҡаршы килеүҙәр, көнбайыш илдәре яғынан Рәсәйгә баҫым бар. Беҙ быларҙы бик яҡшы күрәбеҙ һәм аңлайбыҙ. Уға тик яҡшы эшләп кенә ҡаршы тороп була, — тип билдәләне республика башлығы.
Бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика