07:59 (UTC+5), 10 Октябрь 2014

«Алтын көҙ» күргәҙмәһендә Дмитрий Медведев Башҡортостан умартасыларының оҫталығын баһаланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, был көндәрҙә Мәскәүҙә барған, «Алтын көҙ» XVI Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Үҙ сығышында Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеген нығытыуға аграрийҙарҙың индергән өлөшөн билдәләне һәм тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Рәсәй ысынлап та донъяның алдынғы аграр илдәренең береһе булып килде һәм шулай булып ҡала. Һәм бының менән ғорурланырға кәрәк, – тип билдәләне премьер-министр.
Дмитрий Медведев РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй төбәктәре стендтарын ҡарап күргәҙмә экспозицияһы менән танышты. Илебеҙ ауыл хужалығының мөмкинлектәре күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәни йолалары күҙлеге аша – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында етештерелгән, аҙыҡ-түлектән эшләнгән күләмле һүрәтттәр формаһында, сағылдырылғайны.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, РФ Хөкүмәте Рәйесенең айырыуса иғтибарын Башҡортостан экспонаты, бал мармеладынан эшләнгән, Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы йәлеп итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 95 килограмм ауырлыҡтағы скульптураның бейеклеге 1,3 метр, диаметры 1 метр тәшкил итә. Уны эшләү өсөн 1220 дана мармелад ҡулланылған, рецептураһына башҡорт балы һәм инә ҡорт һөтө инә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һындары балауыҙҙан яһалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика