07:35 (UTC+5), 24 Сентября 2014

Өфөлә Волга буйының «Йәш Гвардия» төбәк бүлексәләре етәкселәренең осрашыуы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Волга буйы федераль округы буйынса «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәлеренең етәкселәре киңәйтелгән кәңәшмәгә йыйылды. Улар ойошманың киләсәге, алдағы йылдарға уның үҫеш стратегияһы тураһында һөйләште. Кәңәшмәгә төбәк бүлексәләренең 13 етәксеһе, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Координация советы рәйесе Денис Давыдов килгәйне.
Әңгәмә барышында йәш гвардиясылар алдағы ике йылға ойошма стратегияһының төп йүнәлештәрен тикшерҙе. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар проект эшмәкәрлеген үҫтереүҙә үҙ ҡараштарын белдерҙе. «Йәш Гвардия» эшенең төп йүнәлештәре әүҙем тикшерелде, йәмғиәттең талаптарына һәм проблемаларына тап килгән, саралар үткәреүҙең яңы форматтары тәҡдим ителде.
- Уҙған кәңәшмә сиктәрендә төрлө төбәктәрҙән килгән егеттәр һәм ҡыҙҙар менән һөҙөмтәле аралаша, уларҙан кире бәйләнеш ала һәм «Йәш Гвардия» үҫешенә ҡағылған теләктәрҙе теркәй алдыҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки стратегик ҡарарға күмәкләп, төбәктәрҙең фекерҙәренә таянып киләбеҙ, — тип билдәләне Денис Давыдов.
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Яковлев илдең бөтә территорияһында ойошманы уңышлы үҫтереү өсөн уҙған сараның әһәмиәтен билдәләне.
- Нәҡ диалогта һәм кире бәйләнеш эшендә эшмәкәрлектең дөрөҫ йүнәлешен табырға мөмкин. Өҫтәүенә үҫеш стратегияһын әҙерләүҙән тыш, фекер алышыу һәм Рәсәйҙең төрлө субъекттарындағы «Йәш Гвардия» төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлек итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу бик мөһим, — тине ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика