09:34 (UTC+5), 22 Сентября 2014

Башҡортостанда бер нисә көнгә ҡояшлы һәм йылы һауа торошо урынлашасаҡ

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республикала был аҙнала йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һауа торошон Волга буйына көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә аҡрын ғына күсеүсе антициклон билдәләйәсәк. Йылы көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ йүнәлешендәге елдәр уның төньяҡ-көнбайыш периферияһында һауа температураһын бер нисә күрһәткескә күтәрәсәк.
Башҡортостанда 22-25 сентябрҙә термометр бағанаһы көндөҙ плюс 20 градус билдәһенә тиклем күтәреләсәк, ә төндә 6 градустан түбәнерәк төшмәйәсәк. Кесе йома, 25 сентябрҙә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Йома, 26 сентябрҙә, һыуытасаҡ, һауа температураһы 16 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һауа торошо элеккесә ҡаласаҡ – шулай уҡ ҡояшлы буласаҡ, синоптиктар ямғыр вәғәҙә итмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика