Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2014, 11:19

Янаҡтай ауылында төҙөкләндереү эштәре тамамланды

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 29 августа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында үткән дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөкләндереү эштәре беренсе булып Краснокама районының Янаҡтай ауылында тамамланған. Был биләмәлә көслө дауылдан 42 йортҡа зыян килгән. Әле уларҙың барыһы төҙөкләндерелгән.
Күрше Ҡарый ауылында төҙөкләндереү эштәре тулы көйҙә бара: 34 йорт яңынан һалына, 80 өйҙөң ҡыйығы алмаштырылған, тағы ла 13 йортта эш дауам итә.
Яңауыл районында 11 йорт төҙөлә.
Был райондарҙа йәмғеһе 45 йорт һалына, тағы ла 419-ы төрлө кимәлдә төҙөкләндереү эштәрен талап итә. 17 сентябргә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 329 йорттоң ҡыйығы алмаштырылған. Бөтә йорттарға ла төҙөлөш ойошмалары ла беркетелгән, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: