Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2014, 15:38

Республика Йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы

ӨФӨ, 2014 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республика Йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Уны БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов уҙғарҙы. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән ул бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Башҡортостан бер төркөм күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында лидер булып тора. Республиканың пландары байтаҡ, һәм һеҙҙең кеүек шундай профессионалдарыбыҙ булғанда, беҙ барыһын да атҡара аласаҡбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте залда ултырыусыларға Сергей Молчанов.
Тантана барышында награданы 70 белгес алды. Улар иҫәбендә БР Почет грамотаһы менән «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Д.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.
Маҡтаулы исемдәр фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, машина эшләүселәргә, энергетиктарға, төҙөүселәргә, транспорт, аҙыҡ-түлек индустрияһы, мәҙәниәт, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәренә, табиптарға һәм полиграфсыларға, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды.
Читайте нас