Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2014, 13:13
Йәрминкәләрҙә Октябрьский халҡы 2,7 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын алған
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Октябрьскийҙа тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы. Ҡала халҡына үҙ тауарҙарын 115 ауыл хужалығы етештереүсеһе тәҡдим итте. Фермерҙар һәм шәхси эшҡыуарҙар Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй һәм Баҡалы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәйне, урындағы етештереүселәр ҙә ҡаланыҡыларға үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Кәштәләрҙә йәшелсә һәм емеш-еләк, бал һәм умартасылыҡ продукттары булды. Йәрминкәнең тәүге көндәрендә Октябрьский халҡы ете тоннанан ашыу бал, 15 тонналап картуф, 13 тонна тиерлек йәшелсә һатып алды. Һатылған продукцияның күләме аҡсалата иҫәпләгәндә 2,7 миллион һумға барып баҫа, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Ҡаланыҡыларҙың күбеһе хаҡтарҙың арзанлығын һәм продукцияның урындағы булыуын, Башҡортостан ерендә үҫкәнен билдәләй.
Йәрминкәләр яңы башланды, улар ағымдағы йылдың ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Әҙерәк һуңғараҡ йәшелсәнең күплегенә ит һәм ҡош ризыҡтары өҫтәләсәк. Октябрьскийҙа йәрминкәләр 20, 21, 27, 28 сентябрҙә; 4, 11, 18, 25 октябрҙә; 1, 8, 15, 22-се һәм 29 ноябрҙә уҙасаҡ.
Теги:
йәрминкәләр
муниципаль берәмектәр
Читайте нас: