Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2014, 17:59

Өфөлә «Бергәләп — балалар хаҡына!» бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумы асылды

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кесе йома, 18 сентябрҙә, Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында «Бергәләп — балалар хаҡына!» V бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумын тантаналы рәүештә астылар. Йыл һайын уҙғарылып килгән сараны, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды ойоштора. 2008 йылда булдырылған фонд балалар һәм балалы ғаиләләр, уларҙың ғәҙәти тормошон боҙған, ҡыйынлыҡтарҙы әҙерәк күрһен, ундай осраҡтар килеп тыуһа – профессионал белгестәр ярҙамында уларҙы уңышлы еңеп сыҡһындар өсөн эшләй. Рәсәй Федерацияһының 62 субъектында фондтың күп кенә программалары ғәмәлгә ашырыла. Бына шулай, 2014 йылда Фонд РФ 38 төбәгендә 72 төбәк программаһына һәм 199 проектҡа дөйөм 680 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.
Фондтың финанс ярҙамы менән Башҡортостанда «Аҡбуҙат» (инвалид балалары булған ғаиләләрҙе реабилитациялау), насар йәшәүсе ғаиләләрҙең балалары өсөн «Держава» хәрби-спорт лагеры, «Итай — үҙ-үҙеңде хәстәрләргә тыуған» (инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә мәшғүллектә булышлыҡ итеү), «Өмөт компасы» (бәлиғ булмаған хөкөм ителгәндерҙе иреккә сығарыуға, социумға уңышлы өйрәнеп китеү өсөн әҙерләү) кеүек 13 проект тормошҡа ашырыла.
- Беҙҙең күргәҙмә-форум йыл һайын ҡыҙыҡһынған, вайымлы кешеләрҙе йыя. Башҡортостан Республикаһында ғаилә, балалыҡ йолаларын хөрмәт иткәндәрен беләм, — тип билдәләне, күргәҙмә-форумды асып, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды етәксеһе, Марина Гордеева. — Быйылғы осрашыуыбыҙҙың төп темалары – яуаплы ата-әсәлек, ныҡлы ғаилә, ғәилә уңышһыҙлығын иҫкәртеү. Балалыҡ һәм ғаиләне нығытыу темаһы – дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлеше булғанын күрәбеҙ, ғаиләләрҙең һәм балаларҙың тормошо уңайлы, барыһының да киләсәге перспективалы булһын өсөн беҙҙең әүҙемлегебеҙ дөйөм ил эшенә ҡушылыуына ышанғы килә.
Конгресс-холл залдарында үҙ экспозицияларын Рәсәй Федерацияһының 62 субъекты делегацияһы ойошторғайны. Республика шулай уҡ балалыҡты яҡлау өлкәһендә үҙ эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтте.
«Бергәләп — балалар хаҡына!» күргәҙмә-форумға Өфөгә айырым балалар төркөмдәре менән локаль шөғөлләнгән фондтар һәм йәмәғәт ойошмалары ла килгәйне. Фондтың уҙаҡташы булған, Мәскәүҙең «Даунсайд-Ап» хәйриә фонды Даун синдромы булған балалар менән эш итеүҙә махсуслашҡан. Өҫтәүенә, күп кенә программалар бындай балаларға тыуғандан алып мәктәпкә тиклем ярҙам итеүгә иҫәпләнгән.
Фонд «Ярҙам» Даун синдромы менән сирләгән балаларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеү төбәк ойошмаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Күргәҙмә-форумда Фондтың коммерция уҙаҡташтары ла ҡатнашты. Kia Motors компанияһы «Хәрәкәткә сикләүҙәрһеҙ!» проекты сиктәрендә инвалид балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса төбәктәрҙә балалар майҙансыҡтарын төҙөү менән шөғөлләнә.
«Бергәләп — балалар хаҡына!» күргәҙмә-форумдың артабанғы эшлекле программаһына интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары, тренингтар һәм оҫталыҡ кластары инә, шулай уҡ бөгөн түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ. Рәсәй эстрадаһының популяр артистары Михаил Гребенщиков һәм Александр Шевченко форум ҡунаҡтары буласаҡ. Бөгөн киске сәғәт биштә улар ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар менән музыкотерапия мөмкинлектәре буйынса оҫталыҡ класын уҙғарасаҡ.
Форум ябыҡ түгел, уның бөтә сараларында ла Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала.
Читайте нас: