03:39 (UTC+5), 17 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов 81,71 процент тауыш һөҙөмтәһе менән Башҡортостан Президентын һайлауҙа еңде – Үҙәк һайлау комиссияһы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Рөстәм Хәмитов һайланды. Ул республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе» һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелгән. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа тауыш биреүгә йомғаҡ яһаны.
Тауыш биреү тамамланған мәлгә һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һаны 3 миллион 27 мең 300 кеше тәшкил итә. Һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны – 2267077.
Башҡортостан һайлаусылары иң күп тауышты Рөстәм Хәмитовҡа биргән – 1 миллион 851 мең 625 (81,71 процент).
Илдар Бикбаев өсөн республикала 59475 (2,62 процент), Юнир Ҡотлоғужинға – 229452 (10,13 процент), Иван Сухаревҡа – 109040 (4,81 процент) кеше тауыш биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика