Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2014, 15:53

«Бергәләп — балалар хаҡына» бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусылар Өфөләге «Изгелек» үҙәгенең эше менән танышты

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә барған, «Бергәләп — балалар хаҡына» бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумда ҡатнашыусылар «Изгелек» халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгенең эше менән танышты. Социаль учреждение ауыр тормош шарттарында һәм социаль хәүефле хәлдә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү буйынса эштә махсуслаша. Өфөлә һигеҙ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге бар, әммә тик бында ғына йөклө һәм бала тыуған осорҙа ауыр тормош шарттарында ҡалған ҡатындарға ярҙам итәләр.
Үҙәк белгестәре социаль учреждение буйынса ентекле экскурсия үткәрҙе, төрлө бүлектәрҙең эш тәжрибәһе һәм һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындарға ярҙам күрһәтелгән, үҙәктең кризис бүлексәһе бында 2008 йылдан алып эшләй.
- Бүлексә 10 ҡатынды һәм 10 баланы ҡабул итә ала. Хәҙер бында өс ҡатын йәшәй. Ике балалы ҡатын, ире менән конфликт хәлгә килгәс, йәшәргә урынһыҙ ҡала. Ҡалған икәүһе – йәш йөклө ҡатындар хәҙер бала табыу йортонда, уларҙың берәүһе кисә ҡыҙ тапты, икенсеһенең бөгөн малайы тыуҙы, — тип һөйләй «Изгелек» үҙәге директоры Тәғзимә Ғабдулвәлиева. — Бала табыу йортонан сыҡҡас йәш әсәләр беҙҙең үҙәккә киләсәк. Бында ҡатындарға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтәбеҙ – бушлай туҡланыу, йәшәү, бала өсөн педиатр, психолог хеҙмәттәре. Үҙәктең опекаһында булған кешеләр бында алты айға тиклем ҡала ала, әммә күберәк ваҡытҡа ҡалған осраҡтар ҙа була. Барыһы ла һәр ҡатындың социаль мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеүҙән тора.
«Бергәләп — балалар хаҡына» күргәҙмә-форумға килгән, РФ төрлө төбәктәренең социаль хеҙмәт белгестәрен үҙәктең кризис бүлексәһенең эш тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бергәләп — балалар хаҡына» форумының тәүге көнөндә ҡунаҡтар Өфөнөң социаль учреждениелары менән танышты. Масштаблы бөтә Рәсәй сараһына Башҡортостандың баш ҡалаһына РФ 62 төбәгенән 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы килгән.
Читайте нас: