04:42 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Республика етәксеһе: «Губернаторҙарға ярҙам итеү тренды бик юғары»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рөстәм Хәмитов берҙәм тауыш биреү көнөндә РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләрен һайлауҙарҙа еңеү яулаған губернаторҙарҙы ҡотланы. Республика етәксеһе аңлатыуынса, «улар, беҙ яҡшы кешесә мөнәсәбәттәрҙә аралашҡан, 3-5 кеше».
Кешеләрҙең һайлауҙарға әүҙем йөрөүен һәм төбәктәрҙең эшләп килгән етәкселәренең еңеүен баһалап, Рөстәм Хәмитов мөһим роль уйнаған бер нисә факторҙы билдәләп үтте.
- Дөйөм алғанда илдә хәл тотороҡло, Рәсәй Федерацияһы Президентының хуплауы, кешеләрҙең стабиль үҫешкә эйә булыу теләге бар, йәмғиәттең консолидацияһы ла һәм төбәктәр башлыҡтарына уңышлы кандидаттар ҙа. Бөтә губернаторҙарҙы ла яҡшы беләм, улар барыһы ла эшләй, бер кем дә ҡул ҡаушарып ултырмай һәм был өлөштә 90-сы йылдарҙың урталарында булған губернаторҙар корпусын бөгөнгөләре менән сағыштырырға ярамай. Бынан ошондай юғары һөҙөмтә килә лә инде. Федерация субъекттарына бер төркөм губернаторҙар, етәкселәр 85-90-шар процент тауыш йыясағын бер кем дә, бер ҡасан да көтмәне. Минең ҡарашҡа, был ниндәйҙер яңы һәм бер үк ваҡытта аңлатырлыҡ нәмә, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов бөгөн илдәге юғары илһөйәрлек кәйефте билдәләне, кешеләр берләште, аңлы власть, аңлы эш – ул бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ икәнгә төшөндө.
- Һайлауҙарға әҙерлек ваҡытында беҙгә эшен ышанып тапшырған, Рәсәй Президентының рейтингы шулай уҡ мөһим роль уйнаны. Бында беҙ ил Президенты командаһында эшләүсе кешеләр кеүек сығабыҙ. Былар барыһы ла ҙур һәм әһәмиәтле һандар булараҡ һөҙөмтә бирҙе, — тип иҫәпләй республика етәксеһе.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика