09:57 (UTC+5), 16 Сентября 2014

Камчаткала Башҡортостан туристарына шат буласаҡтар – сәйәхәтсе һәм яҙыусы Камил Йыһаншин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. Рус география йәмғиәте мөхбир ағзаһы, билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин ошо көндәрҙә Камчатканан ҡайтты. Экспедицияның маҡсаты – был үҙенсәлекле крайҙың Башҡортостан халҡына иҫәптә туристик потенциалын өйрәнеү.
- Экспедиция ун ике көн дауам итте. Был ваҡыт эсендә беҙ ярымутрауҙың күп кенә иҫтәлекле урындарында булып өлгөрҙөк. Иң тәүҙә туризм өсөн иң ҡыҙыҡ объектта, Рәсәйҙең ете мөғжизәһенә ингән, – Гейзерҙар үҙәнендә булдыҡ. Тотош янартауҙы алып киткән һәм 30 метрлыҡ шарлауыҡты, Үҙәндән сыҡҡанда бер нисә түбәндәге гейзерҙы күмеп киткән, ишелмәнән һуң хәҙер яңылары барлыҡҡа килгән һәм, Милли парк хеҙмәткәрҙәренең раҫлауы буйынса, территория тағы ла йәмләнгән. Ерҙә гейзер далалары осраған биш урын билдәле: Яңы Зеландияла, Чилила, АҠШ-ла, Исландияла һәм Камчаткала, — тип һөйләй атаҡлы сәйәхәтсе. — Уларҙың өсәүһендә булғаным бар, әммә Камчаткалағы Гейзерҙар үҙәне үҙенең матурлығы һәм ҡеүәте менән ныҡ тәьҫир итте.
Артабан ҙур, иңе 12 километр тәшкил иткән, Узон янартауының ҡаҙанын ураныҡ. Ундағы күренештән Ерҙең барлыҡҡа килеү осорона барып сыҡҡандай булдыҡ. Эргәлә бөтә нәмә бүлкелдәй, быхылдай, ыҫылдай, һыҙғыра! Карым һәм Малый Семенячик янартауҙары беҙгә ҡайнар һауа һәм асы еҫ менән һуланы.
Тымыҡ океанға катерҙа сығып балыҡ ҡармаҡлау бер балыҡсыны ла ҡәнәғәтләндермәй ҡалмаясаҡ. Ярымутрауҙың үҙендә, һалда йөҙөргә яраҡлы, тап-таҙа тау йылғалары бар. Улар шулай уҡ балыҡтар: гольц, бәрҙе менән бай. Биш ай дауамында һөмбаш һымаҡтар ыуылдырыҡ сәсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке кеүек балыҡтарҙың күплелеге хәҙер күҙәтелмәй. Был деликатес балыҡтарҙы ауҙар менән йылға баштарында уҡ тотоу һәм Охота диңгеҙенә япондарға квоталар бүлеү һөҙөмтәһендә, һөмбаш һымаҡтар кәмегән, ас айыуҙарҙың кешегә ташланыу осраҡтары үҫешкән, ҡайһы берҙә үлем менән тамамланыуға ла килтергән. Айыуҙар бында байтаҡ: бөтә ваҡыт эсендә 24 баш айыу күрҙек.
Петропавловск, Алыҫ Көнсығыштың иң боронғо ҡалаһы (уға 1740 йылда нигеҙ һалынған), беҙҙе, тейешенсә, Авачин ҡултығындағы эпицентры менән дүрт баллыҡ ер тетрәүе ҡаршы алды. Урындағы халыҡ өсөн ул ғәҙәти күренеш, уға хатта иғтибар ҙа итмәйҙәр. Самолеттан төшкәс тә, ҡарашыбыҙ аҡ башлы янартауҙарҙың конустарына: өс мөйөшлө ҙур Коряк, уңғараҡ икәүһе йәнәш кенә торған түбәнерәк – Авачин һәм Козел тауҙарына төбәлде, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Камил Йыһаншин.
Һуңғы көндә Рус географик йәмғиәтенең Камчатка активы менән осрашыу уҙҙы. Унда үҙ-ара туристик сәфәрҙәргә йөрөү тураһында килешелде.
1 из 22
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика