09:03 (UTC+5), 15 Сентябрь 2014

Рөстәм Хәмитов яҡынса һөҙөмтәләр буйынса президент һайлауҙарында 81,71 процент тауыш менән беренселектә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда төбәк башлығын һайлауҙа бюллетендәрҙе эшкәртеү дауам итә. Яҡынса һөҙөмтәләр буйынса 81,71 процент тауыш менән Рөстәм Хәмитов лидерлыҡ итә, тип хәбәр итте БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. Юнир Ҡотлоғужин республика һайлаусыларының 10,13 процент, Иван Сухарев – 4,81 процент, Илдар Бикбаев 2,62 процент тауышын йыйған. Һайлаусыларҙы исемлеккә индереү мәғлүмәттәре буйынса һайлауҙарға халыҡтың 74,89 проценты тауыш бирергә барған.
Берҙәм тауыш биреү көндө 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙҙы. Уларҙың иң мөһиме – ваҡытынан алда республика Президентын һайлау. Шулай уҡ 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәлмә депутат һайлау, төрлө кимәлдәге урындағы үҙидара органдарына өҫтәлмә һайлауҙар, шул иҫәптән Межгорьела ҡала Советына депутаттар һайлау уҙҙы.
54 депутат мандатына 163 кандидат дәғүә итте, шул иҫәптән бишәүһе – республика парламентына өҫтәлмә һайлауҙарҙа. Һайлауҙарҙа алты сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнашты.
Тауыш биреү тамамланыуға һайлаусыларҙың исемлегенә 3 027 300 кеше индерелгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика