05:44 (UTC+5), 15 Сентября 2014

Өфөлә иң ҙур Күп функциялы үҙәк офисы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иң ҙур Күп функциялы үҙәктең офисы 12 сентябрҙә Өфөнөң «Салауат Юлаев» бизнес-үҙәгендә (Салауат Юлаев проспекты, 47) асылды.
Күп функциялы үҙәкте асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов, Күп функциялы үҙәк директоры Руслан Усманов ҡатнашты.
- Өфөлә тәүге Күп функциялы үҙәк Яңы күпер урамында асылғайны, бөгөн Башҡортостанда 22-се офисты асабыҙ, — тине Евгений Маврин. — Ҡалабыҙ халҡы өсөн әүҙем фазала 50 тәҙрә эшләйәсәк. Бөгөн властың халыҡ менән аралашыуын заманса, уңайлы һәм күңелгә ятышлы итәсәк сираттағы аҙымды эшләйбеҙ. 152 хеҙмәт төрө күрһәтелә, уйлауымса, был һан артасаҡ.
«Салауат Юлаев» бизнес-үҙәгендә Күп функциялы үҙәкте асҡанда 2015 йылдың башына Инорс, Дим һәм Сипайлово биҫтәләрендә офистар асыуҙы планлаштырыу билдәле булды.
- Күп функциялы үҙәктә күрһәтелгән иң популяр хеҙмәт – ул күсемһеҙ милекте рәсмиләштереү, — тине Күп функциялы үҙәк директоры Руслан Усманов. — Икенсе урында – сит ил паспортын һәм социаль пособиеларҙы рәсмиләштереү.
Әлеге ваҡытта тормош күрһәткестәре буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү проекттары әҙерләнә. Кешеләр билдәле бер хәл килеп тыуған осраҡта хеҙмәттәр пакеты менән файҙалана аласаҡ. Мәҫәлән, бала тыуғас ғариза яҙыусы бала табыу йортонан документты килтерә һәм Күп функциялы үҙәктә белешмәләр, тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала, ул хатта балалар баҡсаһына сиратты рәсмиләштерә аласаҡ. Әлеге ваҡытта был проект әҙерләнә, 2015 йылда ошо хеҙмәттәр форматын ғәмәлгә индереү күҙҙаллана.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика