04:59 (UTC+5), 15 Сентября 2014

55-се параллель һәм 55-се меридиан киҫешкән урында ШОС һәм БРИКС илдәренең баш ҡалаларына күрһәткес ҡуйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостандың Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылы эргәһендәге баҫыуҙа 55 градус төньяҡ киңлек һәм 55 градус көнсығыш оҙонлоҡ киҫешкән урында географик билдә ҡуйылды. Билдәнең оҙонлоғо 4 метр. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәренең һәм БРИКС илдәре – Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка республикаһы баш ҡалаларының күрһәткестәре ҡуйылған.
«55.55» билдәһе «Тере журнал»да 102 беренсе дөйөм республика берләшмәһе модераторҙарының идеяһы буйынса ҡуйылған.
- Был планетала ҡоро ерҙә булған берҙән-бер «55/55» нөктәһе — тип һөйләне Рәис Ғәбитов. — Башҡа бер исемле нөктәләр донъя океанында урынлашҡан.
- Был нөктәнең республикала яңы иҫтәлекле урынға әйләнеүе бар, — тине йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илгиз Кәлимуллин – Ошо координаталар ярҙамында сит ил кешеһенә Башҡортостандың ҡайҙа урынлашҡанын аңлатырға мөмкин – йыш ҡына сит илдә Башҡортостандың Рәсәйҙә ҡайҙа урынлашыуын аңлатыуы ҡыйын.
- Шуныһы мөһим, хәҙер «55/55» нөктәһен белгән һәр йәш кеше планетала Башҡортостандың ҡайҙа урынлашҡанын хәтерендә ҡалдырасаҡ һәм, бәлки, дингеҙ сәйәхәтсеһе, географ, ғалим булырға теләйәсәк, нисек кенә булмаһын, үҙ Ватанын яратҡан һәм белгән кеше буласаҡ, — тине «102» республика берләшмәһе модераторы, «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика