10:10 (UTC+5), 14 Сентября 2014

Константин Толкачев: «Һайлаусыларға ирекле, аңлы һайлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Милли йәштәр театрында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлауға күтәренке кәйефтә килеүен билдәләне.
- Был көндө беҙ үҙебеҙҙең Конституция хоҡуғыбыҙҙы тормошҡа ашырабыҙ, алдағы йылдарға республиканың үҫеш курсын билдәләйбеҙ. Әйтеп үтергә кәрәк, һайлау кампанияһы асыҡ һәм намыҫлы көрәштә, конструктив шарттарҙа, бысраҡ технологияларҙы ҡулланмайынса уҙҙы. Ирекле, аңлы һайлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, — тине парламент спикеры.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм тауыш биреү көндө Башҡортостан территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙа. Ваҡытынан алда республика Президентын һайлауҙан тыш, шулай уҡ тауыш биреү 43-сө Краснохолм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика