03:05 (UTC+5), 14 Сентября 2014

Башҡортостанда республика Президентын һайлау башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда ваҡытынан алда республика Президентын һайлауҙа тауыш биреү башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә 3 мең 453 һайлау участкаһы асылды. Тауыш биреү өсөн төбәктә 3419 стационар участка һәм һайлаусыларҙың ваҡытлыса торған урындарында 34 участка ойошторолған.
Йәшәү урыны буйынса теркәүҙәре булмаған республика халҡы үҙҙәренең һайлау хоҡуҡтарын ваҡытынан алда Башҡортостан Президентын һайлауҙа ғәмәлғә ашыра ала. Был граждандар категорияһы өсөн тауыш биреү һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылған, Өфөлә, Киров районының 119-сы һайлау участкаһында ойошторолған. Участка Посад урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан.
Берҙәм тауыш биреү көндө 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы территорияһында 22 һайлау кампанияһы уҙасаҡ. Уларҙың иң мөһиме – ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау. Республика башлығын тура һайлау 2003 йылдан алып – 11 йыл уҙғарылмай.
Шулай уҡ 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау бара. Межгорье халҡы бөгөн ҡала Советы депутаттарын һайлаясаҡ. Совет депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар өс ҡала округында (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский); өс ҡала биләмәһендә (Благовещен, Мәләүез, Учалы), 12 муниципаль районда бара. Абҙаҡ ауыл советында ваҡытынан алда депутаттар һайлау уҙа.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урындағы һайлауҙарҙа 53 депутат мандатын биләү күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика территорияһында теркәлгән һайлаусыларҙың иҫәбе 2014 йылдың 1 июленә ҡарата 3 073 137 кеше тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика