Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
64.69
-0.27
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2014, 19:52

Башҡортостан һайлаусыларҙың һайлауға килеүҙәре буйынса Рәсәй субъекттары араһында беренселектә – РФ Үҙәк һайлау комиссияһы

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Федерацияһының 30 субъектына юғары вазифалы кешеләрҙе һайлауҙарҙа тауыш биреүселәрҙең иҫәбе буйынса Башҡортостан Республикаһы лидерлыҡ итә – 47,44 процент, тип хәбәр итә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы. Саха Республикаһында тауыш бирергә барыусыларҙың иҫәбе 45,53 процент тәшкил иткән, Алтай Республикаһында – 38,61 процент, Төмән өлкәһендә – 38,18 процент, Приморье крайында – 32,12 процент, Һамар өлкәһендә – 28,75 процент.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың тауыш бирергә барыуҙары тауыш биреү барышының һуңғы йылдарҙа төбәктәрҙәге дөйөм тауыш биреү тенденцияларына ярашлы барыуы тураһында дәлилләй; шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә хатта яҡшыраҡ тауыш бирәләр.
Читайте нас: