09:58 (UTC+5), 12 Сентября 2014

Өфөлә биш кеше Аксаков исемендәге премия лауреаты булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Аксаков исемендәге премия лауреаттары билдәле булды. «2014 йыл өсөн С.Т.Аксаков исемендәге Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы Премияһы тураһында»ғы ҡарарҙы кисәге кис ҡала Советы Президиумы ҡабул итте. Был документҡа ярашлы, 10-шар мең һум күләмендәге премия менән конкурстың биш ҡатнашыусыһы бүләкләнәсәк.
Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше өсөн» номинацияһында ике премияны Башҡорт дәүләт университеты студенттары аласаҡ.
«Практик өлкәләге иң яҡшы эш өсөн» номинацияһында өс премия бирелде. Уларҙы «Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй Аксаков ҡулсаһында Байрамтау комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм мәҙәни мираҫ проекты» эше өсөн Башҡорт дәүләт университеты студенттары төркөмөнә тапшырырға ҡарар ителде. Тағы ла ике премияны Өфө дәүләт сәнғәт академияһы һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары Константин Аксаковтың «Болот» фантастик повесы буйынса «НЕБОльно. Вольно» һығылмалы эссе һәм «Аксаков Диме: йыл миҙгелдәре» график һәм һынлы сәнғәт эштәре серияһы өсөн аласаҡ.
Ҡала Советы Президиумы шулай уҡ тағы ла ике конкурста ҡатнашыусыны рәхмәт хаттары менән дәртләндерергә һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың ғилми етәкселәренең (тәрбиәләнеүселәре бер нисә ҡат был премияға лайыҡ булған) береһен махсус премия менән бүләкләргә булды.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 19 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында XXIV Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә уҙасаҡ. Наградаларҙы Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко тапшырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика