ӨФӨ, 2014 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Билдәле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин – юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йылдар буйына намыҫлы хеҙмәте өсөн – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тейешле
указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.