ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 сентябрҙә, Халыҡ-ара Матурлыҡ көнөндә, Өфөлә Башҡортостан балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре өсөн ойошторолған «Беҙҙең арала – ҡыҙҙар араһында» икенсе матурлыҡ һәм һаулыҡ фестивале уҙҙы.
Республиканың балалар йорттарында һәм Өфөлә патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 90 ҡыҙ бер көнлөк уҡытыу курсы ҡатнашыусыһы булды. Ул ҡала хакимиәтенең һәм БР Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең әүҙем булышлығында Оксана Федорованың «Изгелек эшләргә ашығығыҙ» Хәйриә фонды һәм Өфөнөң «Респект» хоҡуҡ компанияһы фекерҙәштәре командаһы тарафынан ойошторолған.
Сараны «Йыһан һылыуҡайы-2002», UNICEF изге ихтыяр илсеһе, «Изгелек эшләргә ашығығыҙ!» фонды президенты Оксана Федорова һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле бард һәм композитор Григорий Гладков асып ебәрҙе. Оксана Федорованың әйтеүе буйынса, фестивалдең төп маҡсаты – ҡыҙҙарға ҡатын-ҡыҙ һаулығының нигеҙҙәре, ҡатын-ҡыҙҙың ысын тәғәйенләнешен – әсә булыу тураһында мәғлүмәт еткереү, уларҙы өйҙә йәм булдырырға өйрәтеү.
Матурлыҡ һәм һаулыҡ фестивале 9-16 йәштәге ҡыҙҙар өсөн ысын байрамға әйләнде. Ҡатнашыусылар макияж яһау, матур итеп атлап йөрөү буйынса интенсив курстар, психология буйынса тренинг үтте. Ҡыҙҙарға ҡул эштәре: беләҙек үреү һәм ҡурсаҡ эшләү буйынса дәрестәр үткәрҙеләр.
Шулай уҡ эксклюзив оҫталыҡ класын Оксана Федеорова үҙе лә уҙғарҙы. Ул бәләкәй һылыуҙарға үҙеңде нисек ҡарау, яҡшы ҡиәфәттә булыу өсөн нимә эшләү, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы һәм кейемдә модала булған нәмәләрҙе берләштереү тураһында һөйләне.
Семинарҙа ҡатнашыусылар ҡыҙҙарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы, буласаҡ әсәлек нигеҙҙәрен булдырыу тураһында медицина фәндәре докторы, Ҡазан медицина университеты профессоры, Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш белгесе Эльмира Мингазованан белде.
- Шатлыҡ, бәхет, йылмайыу, лайыҡлы йәшәү теләге бүләк итә алырҙай кешеләр ҡапыл зәңгәр вертолетта осоп килһә тормошта мөғжизә барлыҡҡа килә. Сөнки һәр кемдең иң мөһим хоҡуғы – йәшәү хоҡуғы, — тип билдәләне БР Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова. — Был семинар һеҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ яҙмышынан күп серҙәрҙе асһын, һәм һеҙҙең формалашыуығыҙ бөгөндән башланһын.
Ойоштороусыларҙың әйтеүе буйынса, бер көнлөк мәрхәмәтлелек фестивале етем ҡыҙҙарҙы йәмғиәтләштереү буйынса бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итмәйәсәк, әммә бер мәл ебәрелгән изгелек тойғолары киләсәктә артасаҡ, ә тормош һабаҡтары үҙ емештәрен бирәсәк.
Фестиваль ижади коллективтарҙың, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең үҙҙәренең сығыштары, шулай уҡ ҡыҙҙарға бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыу менән тамамланды. «Беҙҙең арала – ҡыҙҙар араһында» тигән киләһе фестивалде Ҡазанда үткәреү планлаштырылған.