11:00 (UTC+5), 10 Сентябрь 2014

Бешкәктә Башҡортостандың презентацияһы үтте

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 8 сентябрҙә Бешкәктә Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәһе өсөн Башҡортостан Республикаһының презентацияһы уҙҙы.
- Беҙ үҙ-ара оҡшашбыҙ. Менталитет яғынан, үҙебеҙҙең эшләргә: сауҙа итергә, индустрияны күтәрергә тырышыуыбыҙ менән оҡшашбыҙ. Ул Башҡортостанда һаҡланып ҡалған, ә бына беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны юғалтҡанбыҙ. Нисек килешеүебеҙгә ҡарап, шулай бергәләп эшләйәсәкбеҙ, — тип билдәләне үҙ сығышында Ҡырғыҙстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Шаршекеев.
Билдәләп үтергә кәрәк, был Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстан Республикаһына тәүге рәсми сәфәре. Рөстәм Хәмитовтың әйтеүе буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡырғыҙстандың бизнес-берләшмәһе менән бер төркөм эш бәйләнештәрен көйгә һалырға ниәтләнә.
- Беҙ иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерергә тейеш. Бөгөн, Ҡырғыҙстан Премьер-министрында булып, 2-3 ай эсендә эшмәкәрлегебеҙҙең бөтә йүнәлештәрен өйрәнерлек, уртаҡ эшсе төркөм булдырыу кәрәклеге мәсьәләһен тикшерҙек. Төркөм был өлөштә бер-береһе менән эшләйәсәк кешеләрҙе билдәләйәсәк. Эшмәкәрлек планын әҙерләп, уны тормошҡа ашыра башларға кәрәк, — тине Башҡортостан башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика