Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.65
-0.33
98.58
-0.19
83.6
-0.11
14+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2014, 10:59

Рөстәм Хәмитов бер көнлөк эш хаҡын көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙамға йүнәлтте

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2 сентябрҙә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бер көнлөк эш хаҡын республиканың төньяҡ-көнбайышында көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу өсөн асылған махсус иҫәпкә күсерҙе. Был хаҡта төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бынан тыш, республика етәксеһе алып барған Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы барышында, Рөстәм Хәмитов барыһына ла шулай эшләргә кәңәш итте. Республика етәксеһе миҫалына беренселәрҙән булып Башҡортостан Президенты Хакимиәте һәм республика Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.
Ултырышта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Рөстәм Хәмитовҡа Ҡырым Республикаһы Белогорск районы халҡынан һәм етәкселегенән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Депутаттар унда командировкаға барып ҡайтты, уларға мәғлүмәт материалдары тапшырылды. Уларҙа, Ҡырымға ярҙамдың иң күп өлөшөн Башҡортостан Республикаһы йүнәлткән, тип әйтелгән.
Рөстәм Хәмитов Белогорск районына ярҙам итеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте һәм хәҙер Краснокама, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары халҡына күмәкләп ярҙам итеү кәрәклеген билдәләне. Унда уҙған йома 440 йортто емереп көслө дауыл уҙҙы. Уларҙың 50-һен йүнәтеп булмай, яңынан төҙөүҙе талап итә, тағы ла шул самаһы яртылаш емерек – шулай уҡ нигеҙенән башлап тигәндәй һалырға кәрәк.
«Ундағы күренеш хәрби хрониканы хәтерләтә: йорт нигеҙенә тиклем емерелгән, тик мейес кенә емереклек араһынан етем булып ҡарап тора, — тип һөйләй Рөстәм Хәмитов. — Ундағы кешеләргә хәҙер бик ҡыйын. Ҙур эш алып барабыҙ, ҡышҡа тиклем өйҙәрҙең байтаҡ өлөшөн тергеҙергә кәрәк. Ҡырымға ярҙам иттек — бының өсөн барыһына ла оло рәхмәт. Республика халҡына был ҡатмарлы хәлдә лә ярҙам итеүҙәренә үтенес бар. Залда ултырғандарҙың барыһына ла бер көнлөк эш хаҡын көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән йүнәлтергә тәҡдим итәм».
Башҡортостанда республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп асылған:
«ИНН 0274900243(КПП 027401001)
ОГРН 1090200001825
ОКПО 61164359
ОКТМО 80701000
Юридический адрес:
450000, г. Уфа, ул. Цюрупы,17
р/с 40703810006000000514
в Башкирское отделение № 8598 ОАО «Сбербанк России»
к/с 30101810300000000601
БИК 048073601
Назначение платежа: Безвозмездное пожертвование на ликвидацию последствий стихийного бедствия, произошедшего 29.08.2014 на северо-западе РБ».
Башҡортостан Республикаһының айырым маҡсатлы социаль программалар фонды. Белешмә өсөн телефон: 246-38-76.
Читайте нас: