04:10 (UTC+5), 01 Сентября 2014

Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотланы

Андрей Старостин
«Башинформ»
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.
«Был уртаҡ ҙур байрамыбыҙ. Мәктәптәр үҙ ишектәрен аса, малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар өсөн оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдынан ҙур һынауға әҙерлек осоро башлана. Ә беҙҙең өсөн - ул уҡытыусыларға биргән белемдәре өсөн рәхмәт әйтеп, бәхетле йылдар, класташтар һәм курсташтар тураһында йылы хәтирәләр менән иҫкә алыу ваҡыты.
Беренсе сентябрь - тотош мәғариф системаһы өсөн һәр педагогия коллективының эшмәкәрлеген камиллаштырыуҙа яңы үҫеш кимәле. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ үҫешенә байтаҡ ҡына сығымдар бүленде. Матди-техник базаһы яҡшыртылды. Мәктәптәр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, яңы быуын стандарттары, электрон белем биреү технологиялары үҙләштерелә. Урта һәм юғары уҡыу йорттарында мәғариф-мәғлүмәт мөхите әүҙем үҫешә.
Әммә уҡыусылар һәм студенттарҙы уҡытыуҙа төп ролде, әлбиттә, уҡытыусыларыбыҙ йөрөтә. Тап уларҙың профессионаллектәре, шәхси сифаттары, заманса технологияларҙы ҡуллана белеүҙәре белем биреү системаһын камиллаштырыуға ныҡлы этәргес бирә», - тиелә ҡотлауҙа.
Республика башлығы уҡытыусыларға яңы уҡыу йылында «ижади көс һәм профессиональ үҫеш, ә уҡыусыларға һәм студенттарға – уңыштар, уҡыуҙа ныҡышмалылыҡ, тоғро дуҫтар» теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика