12:53 (UTC+5), 01 Сентября 2014

Белем көнөндә Рөстәм Хәмитов Красный Ключ ауылында яңы мәктәп асты

Сергей Захаров
1 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов республика буйынса эш сәфәре барышында Нуриман районында булды. Красный Ключ ауылында ул 260 уҡыусыға иҫәпләнгән урта мәктәп комплексында һәм бассейн менән 110 урынлыҡ балалар баҡсаһында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр тәшкил иткән бинаны ике йыл дауамында төҙөнөләр. Объекттың хаҡы – 301,5 миллион һум. Мәғариф комплексына дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ блоктары, автотуҡталҡа инә. Территорияла блоклы ҡаҙанлыҡ та бар. Рөстәм Хәмитов уҡыу кластарын, спорт залын, урта мәктәп ашханаһын, шулай уҡ яңы балалар баҡсаһын ҡараны.
Республика етәксеһе ауыл халҡын Белем көнө һәм яңы мәктәптең асылыуы менән ҡотланы, уңыштар һәм именлек теләне.
- Барығыҙҙы ла икеләтә байрам менән ҡотлайым. Беренсе байрам – ул Белем көнө. Был көндө байрам итеп, бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың мәктәпкә барғанын, уҡытыусыларҙың каникулдарҙан һуң үҙ эштәренә ҡабаттан тотоноуҙарын күрәбеҙ. Икенсе байрам – ул Красный Ключ ауылында яңы мәктәп асыу. Был мәктәпте күптән көтөп алдылар. Ул матур килеп сыҡҡан. Хәҙер инде һеҙҙән, ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, был белем биреү учреждениебыҙҙың нисек эшләүе, был стеналарҙа балаларҙың ниндәй белем алыуҙары тора, — тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика