09:51 (UTC+5), 28 Августа 2014

Республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙылар

Эльмира Сабирова
Республика Йортонда кесе йома, 28 августа, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Дәүләттең айырма билдәләрен республика һәм ил үҫешенә тос өлөш индергән төбәктең 50-нән ашыу кешеһе алды.
Миҙалдарҙы һәм маҡтаулы исемдәр биреү тураһында таныҡлыҡтарҙы Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы.
- Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе күп нәмә бәйләй. Һеҙҙе юғары профессионаллек, эш өсөн бурыс, яуаплылыҡ тойғолары берләштерә,— тип билдәләне Сергей Молчанов. — Һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә күрә Башҡортостан Республикаһы бөгөн тотош бер төркөм социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса алдынғылыҡта тора. Беҙ торлаҡ төҙөлөшөндә яҡшы алға киттек, бер-бер артлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын урындар менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә. Республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү өлөшөндә аныҡ бурыс ҡуйылған. Беҙҙең яҡшы пландарыбыҙ бик күп, иртәгәһе көнгә ҡыйыу ҡарайбыҙ.
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән «Красноусольск» шифаханаһы директоры Фаяз Мәзитов билдәләнде, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының бүлек мөдире Эльза Хөснөтдинова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы» исеме Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Ағиҙел» республика кинофотоклуб бүлеге мөдире Рәмил Килмәмәтовҡа бирелде.
Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестрының художество етәксеһе Олег Ҡасимов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә эйә булды.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын Өфө ҡала планетарийы директоры Анатолий Денисовҡа тапшырҙылар.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика