Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2014, 17:27

Өфөләр ҡасаҡ балаларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итә ала

Өфөләр Украина ҡасаҡтары балаларына 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итә ала. Ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аҡса һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары Өфөнөң Берҙәм консультация үҙәгендә ҡабул ителә. Ул Шафиев урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан, иртәнге туғыҙҙан киске сәғәт алтыға тиклем эшләй, шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 112 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Берҙәм консультация үҙәге 77 балаға мәктәпкә урынлашырға ярҙам иткән, уларҙың һигеҙе – беренсе синыф уҡыусылары.
Автор: Екатерина Соколова
Читайте нас