11:40 (UTC+5), 27 Августа 2014

Белем көнөндә Өфөнөң етем балалары өсөн байрам ойоштороласаҡ

Эльмира Сабирова
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн Белем көнөнә арналған байрам 1 сентябрҙә 15 сәғәттә Өфөнөң «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк.
- Был сара Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы ойошторған «Беренсе тапҡыр беренсе класҡа. Етем балаларға ярҙам ит» хәйриә акцияһының һуңғы сараһы булып тора, — тип аңлатты ведомствоның мәғлүмәт бүлеге начальнигы Айгөл Чишкова. — Ул ҡала хакимиәте башлығы яҡлауы аҫтында дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла.
Байрамға 100 беренсе синыф уҡыусыһы – Өфөнөң интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, тәрбиәгә һәм опекунға алынған ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ уларҙың опекундары һәм тәрбиәселәре саҡырылған. Күңел асыу программаһы, бүләктәр тапшырыу һәм анимацион фильм күрһәтеү ҡаралған.
2014 йылда «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге, «Киномакс» кинотеатрҙар селтәре, Өфө аквапаркы, «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы, Башҡортостан Республикаһының Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһы, «АвтоТехСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Субару» автосалоны), «Уфабумторг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Офис-класс» канцелярия супермаркеттары селтәре акцияның социаль уҙаҡташтары булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика