Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2014, 13:37

Республикаға Украинанан 415 ҡасаҡ килде

Башҡортостанға Украинаның көньяҡ-көнсығыш төбәктәренән мәжбүр күсеп килеүселәрҙең сираттағы партияһы килде. Ростов өлкәһенән поезд менән Өфө вокзалына ял көндәрендә 415 кеше килде. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, шул уҡ көндө 18 автобуста уларҙы Әбйәлил, Архангель, Бишбүләк, Бүздәк, Дүртөйлө райондарына һәм Сибай ҡалаһына алдан әҙерләнгән ваҡытлыса тороу урындарына алып киттеләр.
Ҡасаҡтарҙы ҡабул итә башлағандан алып был күсеп килеүселәрҙең иң ҙур партияһы, тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Йыл башынан алып республикаға дүрт меңдән ашыу Украина гражданы килде, уларҙың өс меңдән ашыуы – үҙ аллы, 1300 самаһы – Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында. Федераль квота сиктәрендә Башҡортостан биш меңләп ҡасаҡты ҡабул итәсәк.
Автор: Ольга Мортазина
Читайте нас