11:57 (UTC+5), 25 Августа 2014

Башҡортостанда «Соль» этнографик экспедиция старт алды

Розалия Вәлиева
«Соль» нәфис-документаль этнографик экспедиция 24 августа Өфөнән старт алды.
«Соль» коммерцияһы булмаған автор проектында өс өфөлө – Валентин Новоселов, Анна Кириллова һәм Сергей Лаухин ҡатнаша. Һуңғы 12 йылда улар Мәскәүҙә белем алды һәм йәшәне. Уларҙың республика буйынса сәфәре бер айға һуҙыласаҡ.
Ай дауамында авторҙар Башҡортостан буйлап йөрөп, төрлө урындарҙа буласаҡ, документаль фото һәм видеоматериалдар йыясаҡ, осрашыуҙар һәм семинарҙар үткәрәсәк, шул иҫәптән спортсылар, уҡыусылар һәм йәш йәмәғәт ойошмалары менән.
Проект эсенә экспедиция, интернет аша күрһәтеү, отчет фильм, интерактив күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ кластары инә. Уларҙы «Бәйләнештә», Facebook социаль селтәрҙәрендә, Youtube каналында һәм Instagram сәхифәһендә күҙәтергә мөмкин.
Киләсәктә авторҙар быға оҡшаш проектты бөтә Рәсәй буйынса тормошҡа ашырырға планлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика