12:24 (UTC+5), 22 Августа 2014

Республикала 19 урман хужалығы Украина ҡасаҡтарын эшкә урынлаштырырға әҙер

Илья Спиридонов
Украина ҡасаҡтары республиканың урман хужалыҡтарында эшкә урынлаша ала, тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта 19 урман хужалығы, үҙ илен ташлап китергә мәжбүр булған, 48 Украина гражданын эшкә алырға әҙер.
Тәҡдим ителгән эш урындары араһында – участка лесничийы, урман һағы инженеры, урман мастеры, лесничий ярҙамсыһы, шулай уҡ машина йөрөтөүсе, кадрҙар буйынса белгес, юрисконсультант, бухгалтер һәм башҡалар.
- Бөгөнгә Украинаның бер гражданын эшкә урынлаштырҙыҡ. Ул Башҡортостан Республикаһында Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә диспетчер булып эшләйәсәк. Уға һәм уның ғаиләһенә был үҙәктең дөйөм ятағында бүлмә бирелде, — тип билдәләне министрлыҡтың хоҡуҡ һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Ирина Сәйетова.
Урман хужалығы тәҡдим иткән вакантлы вазифалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөлә Шафиев урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан Украинанан мәжбүри күсеп килеүселәр менән эш итеү буйынса Берҙәм консультация үҙәгендә алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-919-140-24-47. Бынан тыш вакансиялар барлығы тураһында район халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика