11:44 (UTC+5), 21 Августа 2014

Башҡортостанда «Мин — граждан-2014» йәштәр форумы асылды

Екатерина Соколова
Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында барған, «Мин — граждан-2014» йәштәр өсөн белем арттырыу форумына 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 500 самаһы активист йыйылған. Өс көн дауамында улар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Форумды асыу көнөндә «Башҡортостан Селигеры» ҡатнашыусылары алдында лекциялар менән БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев һәм БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков сығыш яһаны.
Һуңынан форумдың ете уҡытыу майҙансыҡтары – «Йәштәр эшҡыуарлығы», «Йәмәғәт контроле», «Мин — ирекмән», «Мин спортты һайлайым», «Арт-квадрат», «Инфопоток», «Дини нигеҙҙәр» менән таныштырҙылар. Һәр ҡатнашыусы үҙенә хас булған һәм шуның буйынса ныҡлап эшләйәсәк йүнәлеште һайланы.
- Йәштәр майҙансығының төп идеяһы – социаль технологияларҙы күрһәтеү һәм үҙ башланғыстарын алға этәреүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы Владимир Яковлев.
Форум 23 авгусҡа тиклем барасаҡ. Уның ҡатнашыусылары йәштәр сәйәсәтен үҫтереүҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеүҙең төп йүнәлештәрен, милләт-ара һәм граждандар берҙәмлеген нығытыу, республика территорияһында федераль йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерәсәк һәм ижтимағи ойошмалар эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә йәштәр менән эш итеү технологияларын һөҙөмтәле индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Эксперттар сифатында «Мин — граждан» форумына Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың алдынғы ғалимдары һәм политологтары саҡырылған.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика