12:35 (UTC+5), 11 Июля 2014

Республика етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

"Башинформ"
11 июлдә Өфөлә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика башлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, ордендар, исемдәр, рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән төрлө иҡтисад тармағында һәм социаль өлкәлә 47 белгестең һөнәри ҡаҙаныштары билдәләнде.
- Һеҙ йәштәр, үҙегеҙҙең коллективтарығыҙ өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Үҙегеҙ тирәләй ижади атмосфера булдыраһығыҙ, ул бөтәһен дә тиерлек күңел биреп эшләргә саҡыра. Бөтәһен дә үҙенең эшен намыҫлы һәм лайыҡлы башҡарырға дәртләндерә. Мин быны ысын күңелдән һөйләйем. Был дежур һүҙҙәр түгел. Бөгөн һеҙҙең менән осрашып нимә уйлағаныбыҙҙы һөйләргә тейешбеҙ. Мин ихлас күңелдән һөйләйем һәм һеҙгә тағы ла бер тапҡыр эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм, — тип мөрәжәғәт итте тантананың сәбәпселәренә Рөстәм Хәмитов.
— Беҙ яҡшы, уңышлы республикала, матур ҡалала йәшәйбеҙ. Хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ байтаҡ, әммә уға ғына айырым иғтибар бүлергә кәрәкмәй. Ғүмеребеҙ берәү генә. Һәм беҙ уны гел генә негатив «һүрәткә» әйләндерергә тейеш түгел. Барыбыҙҙың да ғаиләһе, яҡындары,туғандары бар. Эргәбеҙҙә булған кешеләрҙә оптимизмды һаҡларға тейешбеҙ. Көслө кешеләребеҙ, яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙ барлығы тураһында һөйләү зарур. Быны эшмәкәрлегебеҙҙең төп мәғәнәһе итергә ярамай. Әммә үҙеңде кәмһетергә лә кәрәкмәй. Шуға күрә, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, һеҙ шул иҫәптән йәмғиәттәге мөхит, тирә-яғыбыҙҙа, эш урындарында, хеҙмәт коллективтарында нимә барғаны өсөн дә яуаплыһығыҙ, — тип айырып әйтте Башҡортостан етәксеһе.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика