11:15 (UTC+5), 10 Июль 2014

Бөрйән районында «Башҡорт балы – Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале үтәсәк

Гөлфиә Акулова
12 июлдә Бөрйән районында, Иҫке Собханғол ауылы эргәһендә «Башҡорт балы – Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары йыйыласаҡ. Сара Башҡортостанға ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара эксперттар делегацияһы һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Комиссияһы ағзаларының килеүе сиктәрендә уҙасаҡ.
Этнофестивалдә республика райондарының башҡорт ихаталары менән тематик тирмәләр урынлашасаҡ. Бөрйән районы тирмәһе солоҡсолоҡҡа, бал етештереүгә һәм ҡортсолоҡ продукттарынан милли аш-һыу әҙерләүгә арналған күргәҙмә тәҡдим итәсәк, Әбйәлил районы тирмәһе – художестволы кейеҙ баҫыу өлкәһендә халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмәһен; Баймаҡ районы тирмәһе – башҡорт аты һәм милли ҡымыҙ эсемлеге, йылҡысылыҡ өлкәһендә халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмәһен. Тамашасылар башҡорт халҡының матди мәҙәниәтен, милли аш-һыуҙы әҙерләү һәм биҙәү үҙенсәлеген, уларҙың тәм сифаттарын, оҫталарҙың ҡаҙаныштарын һәм уңыштарын күрә һәм баһалай аласаҡ.
Фестиваль сиктәрендә конкурстар үтәсәк, унда иң яҡшы солоҡсолар, умартасылар, умарта ихаталары, балдан тәмле-татлы ризыҡтар һәм эсемлектәр билдәләнәсәк. Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы этнографтар, тарихсы-фольклорсылар, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре умартасылыҡ өлкәһе белгестәре, шулай уҡ судьялар, тренерҙар һәм спортсылар баһалаясаҡ.
«Башҡорт балы — Бөрйән даны» театрлаштырылған тамашала боронғо башҡорт йолаһын: атаһы улына ырыу солоҡ умартаһын һәм ырыу тамғаһын тапшырыу тантанаһын күрһәтәсәктәр.
Шулай уҡ фестиваль программаһында спорт уйындары һәм ярыштар, халыҡ кәсептәре изделиелары һәм умартасылыҡ продукттары күргәҙмә-йәрминкәһе. Байрамдың концерт өлөшөн ойоштороуҙа Башҡортостандың алдынғы этнотөркөмдәре, ижади коллективтар һәм Тыва Республикаһы ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ.
Байрам 9 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.
Халыҡ-ара бал этнофестивале урман солоҡсолоғо кәсебен популярлаштырыуға йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, республикала эске туризм өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Этнофестивалдең бурысы – халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, этник музыкаль мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәни йолаларға, кәсептәргә бай төбәк булараҡ республиканың йәлеп итеү имиджын булдырыу, башҡорт балын, ҡортсолоҡ продукттарын һәм балдан милли ашамлыҡтарҙы пропагандалау.
Байрамды ойоштороуға «Башҡорт балы — Бөрйән даны» ижади проекты 10 миллион һум күләмендә президент грантын алған.
Сараны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм Бөрйән районы хакимиәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика