13:56 (UTC+5), 09 Июля 2014

Учалы районында икенсе боронғо астрономик обсерватория табылды

Лариса Ветлугина коллажы
Лариса Ветлугина коллажы
Ләйлә Аралбаева
Учалы районының Ахун ауылында бронза быуаты дәүерендәге менгирҙар (таштар) комплексы асыҡланды. Ҡоролманың йәше – яҡынса дүрт мең йыл. Алдан урындағы халыҡ белгән, әммә уларға айырыуса иғтибар итмәгән боронғо ҡоролмаларҙы Учалы ҡалаһының крайҙы өйрәнеүселәре тапҡан. «Башҡортостан Стоунхенджы» горизонталға яҡын астрономик обсерватория булған.
- Был обсерватория Ҡояшты, Айҙы күҙәтеү, зодиак йондоҙлоҡто, Ҡояш сығыу нөктәһен, көн менән төндөң тигеҙлек көндәрен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ бындай урындар төрлө йолалар үткәреү өсөн файҙаланылған, — тип хәбәр итте «Интерфакс-Волга буйы» агентлығына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Вячеслав Котов.
Быға оҡшаш мегалит комплекстарын табыу был территорияларҙа йәшәгән халыҡтың астрономияны белгәнен, календарь алып барыуҙарын, шул иҫәптән йолалалар үткәреүҙәрен, шулай уҡ улар араһында ҡоролмалар төҙөлөшөн ойоштороусы башлыҡтарҙың булғанын дәлилләй, тип билдәләне ғалим.
2000-се йылдар башында Ахун ауылында тәүге мегалит комплексы табыла, уны «Ахун менгирҙары» тип атайҙар. Был ҡоролманың йәше шулай уҡ дүрт мең йылдан ашыу тәшкил итә. Әлеге ваҡытта объект район хакимиәте һағында тора, уға экскурсиялар ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика