09:49 (UTC+5), 08 Июля 2014

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының ике журналисы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнәсәк

Лариса Ветлугина коллажы
Шамил Вәлиев
8 июлдә Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй» телеканалының Башҡортостанда хәбәрселәр пункты хеҙмәткәрҙәрен – «Яңылыҡтар» хәбәрсеһе Азамат Сәлиховты һәр оператор Сергей Шелепинды, – Украинала командировка ваҡытында, профессиональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Өфө хәбәрселәр пункты хеҙмәткәрҙәренән ойошторолған, «Рәсәй» телеканалының төшөрөү бригадаһы Донецкиҙа апрель аҙағынан алып июнь уртаһына тиклем эшләне. Уларҙың сюжеттары нигеҙендә төрлө жанрҙарҙа: Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының эфир каналдарында кеүек, интернетта ла йөҙләгән материал баҫылған. Был ҡыҙыу айҙарҙа Донецкиҙағы хәүефле ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттең байтаҡ өлөшөн ил Азамат Сәлиховтан ишетеп һәм Сергей Шелепиндың күҙҙәре менән күреп белде.
Был төшөрөү төркөмөнөң снарядтар шартлаған урындарҙа берҙән-бер хәүефле командировкаһы түгел: 2011 йылда улар Башҡортостандың Урман ҡасабаһында (26 майҙа) һәм Удмуртияның Пугачево ҡасабаһында (3 июндә) хәрби арсеналдарҙа ике ҡурҡыныс янғын эҙемтәләрен бөтөрөүҙе яҡтырта.
Азамат Сәлихов Башҡортостан буйынса Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһында үҙ хәбәрсеһе булып ике меңенсе йылдарҙың башынан алып эшләй башлай, хәбәрселәр пунктының эшмәкәрлек өлкәһенә шулай уҡ күрше Удмуртия Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе инә.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостанда хәбәрселәр пункты – республикала иң «етештереүсәнлеләрҙең» береһе һәм иң оҙон эш тарихына эйә. Дөйөм Рәсәй тамашасыларының алдында заманса Башҡортостандың телевизион образының күп кенә өлөшө хәҙерге уның составы менән булдырылған. Ул – 2002 йылдан алып өҙлөкһөҙ Өфөлә эшләүсе дөйөм милли телекомпанияларҙың берҙән-бер хәбәрселәр пункты.
Хеҙмәттәштәре Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Өфө хәбәрселәр пункты хеҙмәткәрҙәрен Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың патриоттары, юғары кимәлдәге профессионалдар һәм яҡшы егеттәр булараҡ характерлай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективы ҡотлауҙарға ҡушыла һәм Азамат менән Сергейға репортёрлыҡ уңышын һәм кешелек бәхетен теләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика