Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2014, 10:46

«Салауат йыйыны» байрамында Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары сығыш яһаясаҡ

4-5 июлдә Салауат районының Малаяҙ ауылында йыл һайын уҙғарылып килгән «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үтәсәк.
- Быйыл байрам алдағыларҙан тәү сиратта йәштәр өсөн тәғәйенләнгән эстәлекле заманса программа менән айырылып торасаҡ, — тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина.
Байрам сиктәрендә бер төркөм саралар үтәсәк, шул иҫәптән республика хакимиәттәре башлыҡтары кәңәшмәһе һәм 2014 йылда БР Президенты грантын яулаған «Йор үҙән» республика этнофестивале.
«Йор үҙән» этнофестивале 4 июлдә кис конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышы менән асыласаҡ. Байрам программаһын диско-кисә һәм йәш башҡорт эстрада башҡарыусылары ҡатнашлығында «Salavat» киске бейеү флешмобы дауам итәсәк.
5 июлдә иртәнге сәғәт туғыҙҙа һабантуй майҙанында эшҡыуарлыҡ инициативаһы һәм «Көмөш өҙәңге» һөнәрҙәр конкурсы башланасаҡ. Йәштәр сәхнәһендә «Йөҙөк ҡашы - Зөләйха» этноконкурсы еңеүсеһен һайлаясаҡтар, «Исемем минең Салауат» Салауат исемен йөрөткән ир-уҙамандарҙың парады уҙасаҡ. Байрам ҡунаҡтары «Урал батыр» кейеҙ этнокостюмдарын ҡарай аласаҡ. «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамын тантаналы рәүештә асҡандан һуң театрлаштырылған тамаша башланасаҡ.
Төрлө йылдарҙағы Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары тамашасыларҙы үҙҙәренең шиғриәтле, йыр һәм бейеү сығыштары менән ҡыуандырасаҡ. Улар араһында – башҡорт бейеүе легендаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, билдәле ҡурайсы һәм алып барыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдийәрова.
Байрам программаһы тантаналы ябыу менән тамамланасаҡ, унда уҙған бөтә этнофестиваль конкурсы еңеүселәрен бүләкләйәсәктәр, тамашасыларға иң яҡшы номерҙар тәҡдим ителәсәк. Рәссамдар, «Салауат ҡарашы» пленэры ҡатнашыусылары тантаналы рәүештә үҙҙәренең һүрәттәрен Арҡауыл ауылындағы картиналар галереяһына бүләк итәсәк.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: