05:57 (UTC+5), 03 Июля 2014

Өфөнөң Октябрь проспектында ултыртылған ағастарҙың өстән ике өлөшө – йүкәләр

Розалия Вәлиева, Татьяна Кадыкова, Лариса Ветлугина
Октябрь проспектында төрлө ваҡытта ултыртылған ағастарҙың өстән ике өлөшө (70 проценттан ашыуы) – йүкәләр. Был хаҡта Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранттарының 2014 йылдың яҙы һәм йәйе үткәргән тикшеренеү мәғлүмәттәре дәлилләй. Тимәк, композитор Рим Хәсәновтың билдәле «Өфө йүкәләре» йыры тиккә генә Өфөнөң рәсми булмаған символы түгелдер.
Октябрь проспектында 265 ағас ултыртылған, уларҙың берәүһе миләш ағасы, бишәүһе алма ағасы, берәүһе дардар япраҡлы саған, ун ҡайын, 11 дардар, 19 тирәк, 12 шыршы һәм 206 йүкә.
- Ҡала юлдары буйына ултыртылған ағастар тәү сиратта газға сыҙамлы булырға тейеш, — тип аңлатты Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультеты аспиранты Гөлназ Шәйбәкова. — Бынан тыш, ағастар эҙемтәһеҙ һыуыҡты үткәрергә тейеш — Башҡортостанда ҡыштар йыш ҡына ныҡ һыуыҡ була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдә «Рәсәй аллеяһы» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың үҫемлек-символы өсөн тауыш биреү башланды. Республиканың мөмкин булған символдары исемлегенә йөрәк рәүешендәге йүкә, пирамида кеүек тирәк, «Салауат Юлаев» сирене, ябай мәтрүшкә һәм Урал ҡурайы инде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика