12:10 (UTC+5), 01 Июля 2014

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар үҫеше 12,5 процентҡа етте»

"Башинформ"
1 июлдә Өфөлә Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһының 15-се ултырышы үтте, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «был ваҡыт эсендә беҙ Башҡортостандың инвестиция рейтингтарын күтәрә, инвесторҙарға үҙебеҙҙең асыҡлыҡты, лайыҡлы проекттарҙы хупларға әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтә алдыҡ. Комиссия булышлығында республикала йөҙләгән эре проект ғәмәлгә ашырыла».
Уның әйтеүе буйынса, «тик уҙған йылда ғына иҡтисадҡа капитал һалыуҙар һигеҙ процентҡа үҫте һәм 266 миллиард һумдан артты. Быйыл беренсе кварталда төп капиталға инвестициялар үҫеше тағы ла юғарыраҡ — 12,5 процент».
- Бындай динамика эшләп килгән предприятиеларҙың әүҙемлеге менән генә түгел, ә эре, республика өсөн мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу иҫәбенә лә тәьмин ителә. Бындай проекттарҙың беҙгә ни тиклем күберәк кәрәк булыуы аңлашылып тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика